top of page

Заманалар булған элгәре

Заманалар булған элгәре,

Булған илдең батыр улдары...

Ә ни өсөн булған, дөрөҫ түгел,

Булған, бар һәм буласаҡ

Беҙҙең илдең батыр улдары!

Әсә тапҡан ике ул:

Ҙурыһына ун алты, икенсеһенә алты,

Ә кесеһе, кинйәһе, әле тыуып етмәне

Донъяларҙа ни барын ҡарында ҡарап ятты.

Ҙурыһына ваҡыт еткәс “военкомға” саҡыртып

Пеләш башлы бер ағай, эре генә күҙ ташлай:

-Тәк-тәк энем, атай-әсәйең бармы?

-Юҡ, атайым һәләк булды, беҙҙе әсәйем ҡарай.

«Тимәк кеҫә һай, бутҡа бешереп булмай»

-Һиңә, энем, Афғанға, хеҙмәт ит әле шунда...

Ике йыл үтеп китте...әсә улын көтмәне,

Сөнки ике ай элек, улын итеп ерләне.

Икенсеһенә алты, алты түгел, ун алты,

Ваҡыт еткәс “военкомға” ул да саҡырыу алды.

Пеләш башлы, шул ағай, эре генә күҙ ташлай

-Тәк-тәк энем, атай-әсәйең бармы?

Кеҫә яҡтары ҡалай?

Урап тормай, турыһын ярып һалды был ағай.

-Финанс яҡтары таҡыр, әсәйем ҡарай, бахыр...

-Аңлашылды, шымып тор, уйларға,- ти,- ваҡыт бир...

Белдем, һиңә Чечняға, беҙҙең сикте һаҡларға.

Кинйә ул менән әсә, Чечнянан улын көтә.

Көн артынан көн үтте, улы хеҙмәттән ҡайтты.

Улы ҡайтты, һыны, буйы, ҡиәфәте...

Ә ҡалғаны...әсә улын таныманы.

Һөйләүенең рәте юҡ, малайынан эҙ ҙә юҡ.

Малайын мәңгелеккә зәғифләгән шул Чечня...

Һорау килеп тыуа икән «Кем ғәйепле был эшкә?»

Яуап бер, бөтә ерҙә «Ғәйепле бары Чечня!»

Әсә инде уйланды, һис йоҡоға талманы

Кинйә бит үҫеп килә, уға ун алты тула...

Әсә инде ҡартайған, ҡартайған, һарғайған

Был донъяла әсәнең күрмәгәне ҡалмаған...

Шәмсетдинова Әлмира Илдус ҡыҙы

Ни булған был донъяға

Ни булған был донъяға

Болғана ла, болғана.

Әсә ҡыҙын аңламай,

Ҡыҙы уны тыңламай.

Атай улын танымай,

Ул атаһын ҙурламай.

Болғана ла болғана…

Яҙайым әле роман

Бар донъя ҡалһын хайран.

Хәйер, кем уҡыр уны

Роман заманы уҙҙы

Роман тигән һүҙе лә

Аптырата  үҙе лә.

Нисек уны йыбанмай

Асып һалырға кәрәк?

Әсә телендә уны

Нисек уҡымаҡ  кәрәк?

Һай, замана, замана…

Замана ҡайҙа бара?

Болғат барын кирегә,

Донъяһын ҡуй «еренә»!

Әсә ҡыҙын аңлаһын,

Ҡыҙы уны тыңлаһын.

Атай улын таныһын,

Ул атаһын ҙурлаһын.

Шәмсетдинова Әлмира Илдус ҡыҙы

©2018 Сайт Шамсутдиновой Альмиры Ильдусовны, учителя башкирского языка и литературы МБОУ "СОШ №19" г. Салавата

Наградалар:

  • Башҡортостан Республикаһының Салауат ҡалаһы ҡала округы хакимиәте почет грамотаһы, 2007 йыл;

  • Башҡортостан Республикаһының Салауат ҡалаһы ҡала округы хакимиәте мәғариф идаралығының маҡтау ҡағыҙы, 2018 йыл.

 

Уҡыусыларымдың уңыштары:

Шиғыр һөйләүселәр конкурсы:

  • 2015-2016 йылда Сухов Марсель-Номинация, Федотова Елена-Номинация,

  • 2016-2017 уҡыу йылында Аджар Кадэр -Номинация,

  • 2017-2018 йылда Баһаутдинова Нәргизә икенсе урын яуланы. Балаларҙа ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн үҙе лә шиғыр һөйләүселәр конкурсында ҡатнашып өсөнсө урын яуланы.

Ҡала күләмендә иншалар конкурсы:

  • 2015-2016 йылда-Дәүләтбәков Айнур-өсөнсө урын,

  • 2016-2017 йылда Иҙрисова Дарина-өсөнсө урын,

  • 2018-2019 йылда Баһаутдинова Нәргизә өсөнсө урын яуланы.

 

Етенсе «УРАЛ-БАТЫР»  башҡорт халыҡ эпосын башҡарыусыларҙың һәм йәш сәсәндәрҙең республика бәйгеһендә һәләтле уҡыусыларымдың эштәрен ебәреп еңеүҙәр яуланыҡ. Мишкина Юлия (6 класс), “10 айырма тап” - I дәрәжә Дипломы, Мөхтәсимова Лиана (5 класс), “Уйын-лабиринт”- I дәрәжә Дипломы, Маткурбанов Олег(9 класс), пазл- I дәрәжә Дипломы, Әхмәтова Сабина (7 класс), “Пази- һүрәт” уйыны-I дәрәжә Дипломы.

 

«Ғаилә һәр патриотизм. Минең ырыуым» Республика интернет-конкурсында Сувернев Максим - Ш урын (2017).

Салауат ҡалаһында үткәрелгән тикшеренеү эштәр конкурсы «Минең ырыу тарихының йылъяҙмаһы» Сувернев Максим - I урын (2017-2018).

Башҡортостан Республикаһы архив хеҙмәтенең 100 йыллығына арналған «Минең ырыу тарихының йылъяҙмаһы» Сувернев Максим – призёр (2017-2018).

Үҫмерҙәр өсөн VI Бөтә Рәсәй уҡыу-тикшеренеү эштәре «Йәш архивист» конкурсы- Сувернев Максим - Ш урын (2018-2019).

bottom of page